1. Ученикам
  2. Новости
  3. Бөтә Донья тыуған тел көнө

Бөтә Донья тыуған тел көнө

Февраль 19, 2021 Просмотров: 51

#Бөтәдонъятугантелкөнө
#Международныйденьродногоязыка
#ДетскийтехнопаркСмартБаймак
“Смарт-Баймаҡ” Балалар Технопаркында 18 февраль, Бөтә Донья тыуған телдәр көнөнә арналған, туған телебеҙгә, Башҡортостаныбыҙға, унын тарихына, мәҙәниәтенә һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында, «Әсәм теле минә – сәсән теле” исемле квест-уйыны үткәрелде. Тыуған телебеҙҙә янғыраған монло йырҙар, бөйөк шағирҙарыбыҙ ижад иткән шиғырҙар уҡыусыларҙын артабанғы уйынына дәрт һәм илһам бирҙе. Презентация - викторина һорауҙарына яуап биреү Башҡортостаныбыҙҙын гүзәл тәбиғәтенә, унын теленә, тарихына һәм мәҙәниәтенә бер сәйәхәт булды. Артабан уҡыусылар педагогтар тарафынан әҙерләнгән квест-уйында ҡатнашып,дүрт этапта үҙ оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Һөҙөмтәлә 58 балл йыйып,”Ҡояшҡай” командаһы I урын алды. Афарин!